Хеҙмәткәрҙәр

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

 

Талипов Рифҡәт Фаат улы
химия фәндәре докторы, биоорганик химия кафедраһы профессоры,  биоорганик химия кафедраһы мөдире, Башҡорт дәүләт университетының фән эштәре буйынса проректоры
 
1979 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлаған, 1984 йылда “Органик химия” специальносы буйынса кандидатлыҡ, 1998 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлаған. 2000 йылдан алып биоорганик химия кафедраһының профессоры, Башҡорт дәүләт университетының фән эштәре буйынса проректоры. 2001 йылда биоорганик химия кафедраһын аса һәм әлегә тиклем уны еткәләй.
Талипов Р.Ф. – гетероциклик ҡушылмалар химияһы һәм квант химияһы буйынса билдәле белгес. Рецензияланған журналдарҙа 100-ҙән ашыу мәҡәлә баҫтырған, 7 Рәсәй авторлыҡ танытмалары һәм патенттарына эйә. 15 фән кандидаты әҙерләгән, 4 докторанттың консультанты. 2003-2008 йылдарҙа докторлыҡ диссертацион советының председателе булып эшләй, әлеге мәлдә 3 диссертацион совет ағзаһы.
“Йәшәйештең химик нигеҙҙәре” буйынса лекциялар уҡый.
 
Биглова Раиса Зигандаровна
Химия фәндәре докторы
Биоорганик химия кафедраһы профессоры
Биоорганик химия кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы.
Факультетта 1976 йылдан алып эшләй, биоорганик химия кафедраһында 2001 йылдан эшләй.
СССР һәм РФ патенттары буйынса 46 авторлыҡ танытмалары бар, Башҡортостан заводтарында ғилми асыштар индергәне өсөн уға “СССР-ҙың уйлап табыусыһы” (1983) исеме бирелгән. 170-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, 2 химия фәндәре кандидаты әҙерләгән.
Уҡытҡан дисциплиналары:
-   Медицина химияһы
-   Йәшәйештең химик нигеҙҙәре
-   Химияның хәҙерге проблемалары
 
Талипова Гүзәлиә Рафаилҡыҙы
Химия фәндәре кандидаты, биоорганик химия кафедраһы доценты
БДУ-ла 1994 йылдан алып эшләй, биоорганик химия кафедраһында 2001 йылдан эшләй. 30 ғилми мәҡәлә һәм тезис баҫтырған, 5 авторлыҡ танытмаһы бар.
Уҡытҡан дисциплиналары:
-   Органик химия
-   Йәшәйештең химик нигеҙҙәре
-   Медицина химияһы
-   Дарыу препараттары химияһы
 
Мифтахов Мансур Сәғәрйәр улы
Химия фәндәре докторы
Биоорганик химия кафедраһы професоры
БДУ-ла 2010 йылдан эшләй
Уҡытҡан дисциплиналары:
Супрамолекуляр химия
 
ШепелевичИгорьСтаниславович
Химия фәндәре кандидаты, биоорганик химия кафедраһы доценты
БДУ-ла 1997 йылдан алып эшләй, биоорганик химия кафедраһында 2001 йылдан эшләй. 95 публикация, шул иҫәптән органик химия һәм ЯМР-спектроскопия буйынса бер монография (авторҙаш) һәм ике уҡыу ҡулланмаһы авторы.
Уҡытҡан дисциплиналары:
-   Йәшәйештең химик нигеҙҙәре
-   Дарыу препараттары химияһы
 
Латыпова Эльвира Рәзифҡыҙы
Химия фәндәре кандидаты, биоорганик химия кафедраһы доценты,
Фән эштәре буйынса декан урынбаҫары
БДУ-ла 2004 йылдан алып эшләй.
Журналдарҙа 70 ғилми мәҡәлә һәм конференциялар докладтарының тезистарын баҫтырып сығарған.
Уҡытҡан дисциплиналары:
-   Дөйөм химия
-   Аҙыҡ-түлек химияһы
-   Анализдың физик-химик методтары
 
Ишморатов ҒүмәрЙосоп улы
Химия фәндәре докторы
Биоорганик химия кафедраһы професоры
БДУ-ла 2008 йылдан эшләй
402 хеҙмәт, шул иҫәптән 240 мәҡәлә, 35 авторлыҡ танытмаһы һәм 10 патент, 2 монография (“Монотерпеноиды в синтезе оптически активных феромонов насекомых”, “Семиохемики в защите зерна и зернопродуктов от вредных насекомых”), юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу ҡулланмаһы (“Эндо- и экзо-гормоны насекомых: характеристика, синтез и применение”), биотехнология буйынса “Аҙыҡ-түлек химияһы һәм биохимияһы” практикумы авторы.
Уҡытҡан дисциплиналары:
-   Икенсел метаболиттар химияһы
 
Спирихин Леонид Васильевич
Химия фәндәре кандидаты, биоорганик химия кафедраһы доценты
1999 йылдан алып БДУ-ла “Юғары мәктәп һәм фән интеграцияһы” программаһы уҡытыусыһы, 2004 йылдан биоорганик химия кафедраһы доценты. Л.В.Спирихин биш химия фәне кандидаты әҙерләгән, журналдарҙа 218 ғилми мәҡәлә, конференция докладтары тезистары, методик ҡулланмалар авторы.
Уҡытҡан дисциплиналары:
-   Биоорганик ҡушылмаларҙы айырып алыу һәм идентификациялау методтары
 
Вакулин Иван Валентинович
Химия фәндәре кандидаты, биоорганик химия кафедраһы доценты
БДУ-ла 1995 йылдан алып эшләй, биоорганик химия кафедраһында 2001 йылдан эшләй.
Уҡытҡан дисциплиналары:
-   Йәшәйештең химик нигеҙҙәре
-   Органик химия
-   Органик химияның хәҙерге проблемаларын хәл итеүҙә квант-химик моделләү