Химия факультеты тураһындаюғары молекуляр ҡатнашмалар һәм дөйөм химия технологиялары кафедраһы профессоры, химия фәндәре докторы
Әхмәтханов Ринат Мәҫнәүи улы
Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары, ғилми-тикшеренеү, проект һәм тармаҡ институттары, завод лабораториялары, Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттары, колледждары, дөйөм белем биреү мәктәптәре, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа региондары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләнә.
Студенттарҙы уҡытыу юғары профессиональ белем биреү программаларының 020100 “Химия” йүнәлеше буйынса алып барыла.
Уҡыу дисциплиналарын 60 уҡытыусы алып бара: Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Ю.Б.Монаков, 26 химия фәндәре докторы, ҡалғандары – химия фәндәре кандидаттары. Химия факультетының күп уҡытыусылары Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре исемен йөрөтә. Студенттарҙы әҙерләүҙә билдәле белгестәр – Рәсәй Фәндәр академияһы академигы М.С.Юнысов, Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты, БР ФА ағза-корреспонденты профессор Ә.Ғ.Мостафин, Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты профессор В.П.Казаков, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы профессор И.Б.Абдрахманов, РФА Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институты профессорҙары ҡатнаша.
Факультеттың төп специализациялары буйынса аспирантура менән докторантура эшләй. Белгестәрҙе әҙерләү “Юғары белем менән фән интеграцияһы” Дәүләт ғилми-техник программаһы рамкаһында Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары, РФ ФА менән БР ФА ғилми-тикшеренеү институттары менән тығыҙ бәйләнештә бара.
Химия факультеты айырым корпуста урынлашҡан, дәрестәр үткәреү өсөн етерлек майҙандары бар, ғилми-тикшеренеү эштәре өсөн лабораториялар заманса приборҙар менән (SALD-7101 бәләкәй киҫәксәләрҙең размерҙарын анализлау ҡоролмаһы, “Shimadzu” фирмаһының спектрофотометрҙары: ИК-Фурье FTIR-8400 S һәм UV-2401 PC, ВЖХ һәм ГЖХ хроматографтары, “Milton-Roy” фирмаһының иң юғары экстракциялау ҡоролмаһы, компьютер класы) йыһазландырылған. Факультетта суперкомпьютер-иҫәпләү лабораторияһы булдырылған, Мәктәп уҡыусыларының бәләкәй академияһы эшләй. Химия факультеты – уҡыусыларҙың химия буйынса Бөтә Рәсәй һәм Республика олимпиадаларын үткәреү базаһы ла.
Йүнәлештәр һәм специальностар
|