Университет тураһында

Бөгөнгө көндә БДУ – үҙенең составында 5 институт һәм 10 факультетты, Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө һәм Нефтекама ҡалаларында 4 филиалды берләштергән илебеҙҙәге эре белем биреү һәм фән үҙәге.

Университет 250-нән ашыу төп белем биреү программаларын тормошҡа ашыра. Юғары уҡыу йорто Башҡортостан Республикаһында математика, тәбиғи фәндәр, гуманитар һәм һәм йәмғиәтте өйрәнеү өлкәләрендә белгестәр әҙерләү буйынса алдынғы урынды биләй. Инженер эше, технологиялар, техник фәндәр һәм педагогика буйынса кадрҙар әҙерләүгә лә БДУ һәм уның филиалдары тос өлөш индерә.

Университетта 1300-ҙән ашыу уҡытыусы эшләй, Рәсәйҙең 42 төбәгенән һәм донъяның 39 иленән 27 мең ярым студент һәм аспирант белем ала. 200 меңдән ашыу сығарылыш студенттары Рәсәйҙә һәм унан ситтә БДУ-ның йөҙөн лайыҡлы күрһәтәләр.

Ғилми тикшеренеүҙәр фәндең 4 йүнәлеше һәм 18 тармағы буйынса алып барыла. Шулар араһында өҫтөнлөклө йүнәлештәр: углеводород сеймалын табыу эффектлылығын арттырыу; яңы материалдар; алдынғы цифрлы, интеллектуаль эшләп сығарыу технологиялары; генетика өлкәһендәге эҙләнеүҙәр; персоналләштерелгән медицина. Рәсәй һәм сит ил инвесторҙары өсөн эшләнгән күп кенә тикшеренеү һөҙөмтәләре ҡулланылыуға әҙер ҙә инде.

Университет гуманитар һәм йәмғиәт өлкәләрендә танылған лидер булып һанала – тарих, филология, философия һәм хоҡуҡ фәндәре буйынса классик белем биреү традицияларын һаҡлай һәм үҫтерә.

БДУ ғалимдары федераль һәм төбәк кимәлендәге мөһим фәнни программаларҙы һәм гранттарҙы башҡарыуҙа ҡатнашалар. Һуңғы ун йыл эсендә генә 850 млн һумдан артыҡ эре өс грант алыуға ирештеләр. Шулар араһында – стратегик үҫеште тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән грант. Был грант өҫтөндә уңышлы эшләү ғилми тикшеренеүҙәрҙе һәм дөйөм белем биреүҙе яңы баҫҡысҡа күтәрергә мөмкинлек бирҙе.

БДУ-ла сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыуға ҙур иғтибар йүнәлтелә. Университет Башҡортостан Республикаһы һәм башҡа региондарҙа урынлашҡан предприятиелар менән тығыҙ бәйләнештә үҫә. БДУ-ның эре партнерҙарына Шлюмберже, Тоталь, Делойт, СколТех, Роснефть, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы һәм башҡа күп кенә ойошмалар инә. БДУ студенттарының фундаменталь белеме дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд системаларында, белем биреү һәм йәмғиәт ойошмаларында, фәнни-тикшеренеү институттарында, төрлө милекселектәге предприятиеларҙа, халыҡ-ара фондтарҙа уңышлы эшләргә мөмкинлек бирә.

Университетта мөһим йүнәлештәрҙең береһе – өҙлөкһөҙ белем биреү системаһын үҫтереү. БДУ-ла уҡыусылар, студенттар һәм һөнәри белеме булған белгестәр өсөн өҫтәлмә белем биреүҙең 140 программаһы эшләнгән һәм ҡулланыла. 2019 йылда университет “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Һәр кешегә яңы мөмкинлектәр” проекты буйынса 8 млн. һумлыҡ грантҡа эйә булды.

БДУ халыҡ-ара академик бәйләнеште даими киңәйтә һәм үҫтерә. Университеттың партнерҙары иҫәбендә алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән 76 юғары белем биреү йорто иҫәпләнә. Сит ил юғары уҡыу йорттары менән берлектә БДУ бер нисә йүнәлеш буйынса 15 индермә уҡытыу һәм икеләтә диплом программаларын тормошҡа ашыра: иҡтисад, лингвистика, филология, сит телдәр, биология, хоҡуҡ. Студенттар, магистранттар һәм аспиранттар партнер уҡыу йорттары менән алышып уҡыу программаһы буйынса Ҡытай, Франция, Германия, Финляндия, Испания, Болгария һәм Көньяҡ Корея илдәренең юғары уҡыу йорттарында белем алыу мөмкинлегенә эйә. Сит дәүләттәрҙең студенттары йылдан-йыл арта – бөгөн БДУ-ла 800-ҙән артыҡ сит ил гражданы уҡый.

Университет студенттарҙың ижади һәм спорт потенциалын үҫтереүгә, актив гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуға ентекле иғтибар бүлә. Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, унан ситтә лә билдәлелек яулаған бейеү, вокал һәм театр коллективтары бар; ил тарихының яңы биттәрен яҙасаҡ йәштәрҙе берләштереүсе дискуссион, эҙләнеү, спорт һәм хәрби-патриотик клубтар эшләй.

Башҡорт дәүләт университеты – традицияларҙы һаҡлайбыҙ, киләсәкте төҙөйбөҙ!